Ике аҙнанан мәктәпкә . Августың һуңғы көндәрендә сауҙа үҙәктәрендәге иң үтемле тауар - мәктәп кәрәк-яраҡтары. Ата-әсәләр ғаилә бюджетын планлаштырып малай-ҡыҙҙарҙы уҡыу йылына әҙерләй. Мәктәп тауарҙарына хаҡтар нисек? Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Ирина Газиян улын Левонды мәктәпкә әҙерләй. 1 сентябргә әҙерлек мәшәҡәттәрен ул яҡшы аңлай, шуға ла шоппингты ул август аҙағына һуҙмай эште иртәрәк теүәлләргә булған. Уҙған йылда малайҙы кейендереп кәнсә тауарҙарын тултырыу ғаилә бюджетына 25 мең һумға баҫҡан. Быйыл да мәктәпкә әҙерлек өсөн әсәй 20-25 мең һум аҡсаға иҫәп тота.
Баланы мәктәпкә әҙерләү ғаилә бюджетының август айындағы мөһим өлөшө. Ата-әсәләр әйберҙең сифатын, фасонын, етештереү төбәген иҫәпкә алып ғәзиз балалары өсөн тырыша. Быйыл сауҙа нөктәләрендәге йәрминкәләрҙә малайҙар өсөн костюм-салбар ете мең, ҡыҙҙар өсөн сарафан ике мең самаһы, юбка мең һум тора. Кейемдән тыш кәнсә тауарҙарына ла етди генә суммаға баҫа. Шул иҫәптән рюкзак та мөһим тауар - уға хаҡтар 800 һумдан башлана.
Мәктәп тауарҙарының сифатына килгәндә белгестәр кейем-һалым етен, кашемир, йөн туҡымаларҙан булырға тейеш тип билдәләй. Тирләтмәгән һәм шыумаған аяҡ кейеме кәңәш ителә. Белгестәр мәктәпкә әҙерлек осорона ата-әсәләр өсөн кәңәштәр менән уртаҡлашты.
Бала өсөн яңы уҡыу йылы яуаплы осор. Мәктәпкә малай-ҡыҙҙарҙы позитив кәйеф менән әҙерләргә кәрәк. Кейем һәм кәнсә тауарҙарын һайлағанда балаларҙың теләген иҫәпкә алырға кәңәш итәбеҙ. Балаларға мәктәп - дәрестәр һәм уҡыу ғына түгел, ә дуҫтар менән аралашыу майҙансығы итеп күрергә тейеш.
Рәсәй статистика хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, быйыл мәктәпкә малайҙы әҙерләү өсөн 20 , ҡыҙ баланы йыйыу өсөн 25 мең һум самаһы аҡса тотонола. Сауҙа нөктәләрендә акцияларҙа, маркетплейстарҙа балалар өсөн форма һәм тауарҙарҙы арзаныраҡ хаҡҡа ла табырға мөмкин. Өфөлә ойошторолған мәктәп йәрминкәләре үҙ эшен август аҙағына тиклем дауам итә.
Флорида Ким



