Өфөлә йәшәүсе ташсы Мөнир Хәммәҙинуров Төҙөүселәр көнөндә 74 йәшен билдәләйәсәк

15 йәшенән алып төҙөлөш майҙансығында. Өфөлә йәшәүсе ташсы Мөнир Хәммәҙинуров Төҙөүселәр көнөндә 74 йәшен билдәләйәсәк. Ғүмеренең ярайһы уҡ өлөшөн ул Башҡортостанда социаль объекттар, хөкүмәт биналарын, торлаҡ йорттарҙы төҙөүҙә ҡатнаша. Һөнәренә әле лә тоғро булған Мөнир Миңлеислам улы менән беҙҙең ижади төркөм осрашты. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Яңынан тыуһам да , төҙөүсе булыр инем, ти ул. Мөнир Миңлеислам улы ошо көндәрҙә 74-се йәшен ҡаршылай. Ғүмеренең 59 йылын ул төҙөүсе һөнәренә бағышлаған.

Кушнаренко районыныда тыуған замандашыбыҙ хеҙмәт юлын “Башнефтезаводстрой” тресының 1-се Төҙөлөш идаралығында башлай. Иң тәүге эше - Ғафури урамы буйлап урынлашҡан туғыҙ ҡатлы йорттарҙы төҙөү. Башҡортостандың визит картаһына әйләнгән биналар ҙа Мөнир Хәммәҙинуров ҡатнашлығында ҡалҡып сыға. Уларҙың береһе - Өфөләге “Торатау” Конгресс-холлы.

Мөнир Хәммәдиннуров 40 йылдан ашыу ташсылар биргадаһын етәкләй. Бер нисә тапҡыр һөнәри оҫталыҡ конкурстарында еңеү яулай. Сюжет геройыбыҙҙың шәхси рекорды ла бар. 6 сәғәт 20 минут эсендә ул 39 куб метр кирбес һала, ә был 16 мең дана тирәһе. Мөнир Миңлеислам улы Башҡортостандың төп хөкүмәт бинаһы - Республика йортон төҙөүҙә лә ҡатнаша.

Юғары профессионализмы өсөн Мөнир Миңлеислам улы Рәсәйҙең Почетлы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе исемдәренә лайыҡ була. Былтыр һөнәри байрам алдынан республика етәксеһе Радий Хәбиров Салауат Юлаев орденын тапшырғайны.

Һуңғы 15 йылда ғына Мөнир Миңлеислам улының бригадаһы ҡатнашлығында 8 дауахана, 15 балалар баҡсаһы, 15 мәктәп, 8 мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау объекты, 30-ҙан ашыу торлаҡ йорт сафҡа индерелә. Әле булһа ла һөнәренә тоғролоҡ һаҡлай. Яңы проектҡа тотонған, ул да булһа - Өфөнөң Менделеев урамында барлыҡҡа киләсәк Математика лицей-интренаты.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ