«Минең Дағстаным» Башҡортостанда. Республика милли музейында төнъяҡ ҡаф тауы төбәгенә арналған күргәҙмә эшләй башланы. Аибәк Тахо-Годи исемендәге Дағстан миилли музейы ойоштороған экспозицияла 300 ашыу оригинал экспонат урынлаштырылған.
Борон-борондан Дағстан «Тауҙар иле»һәм» Телдәр тауы « булараҡ билдәле. Дағстанда 30-ҙан ашыу телдә һәм 70 диалектта һөйләшкән халыҡтар йәшәй. Этник төрлөлөк, мәҙәни һәм һынлы сәнғәт традицияларының төрлөлөгө тәбиғи-рельеф шарттарының ҡатмарлылығына, шулай уҡ төбәктең ҡыҙыҡлы һәм бай тарихына бәйле. Экспозиция Дағстандың феноменаль мәҙәни байлығының берҙәм ҡушылмаһын булдырған халыҡтарҙың йолалары, көнкүреше һәм һөнәрҙәре тураһында һөйләй.Күргәҙмәлә тау торлаҡтарының архитектура биҙәү деталдәре, ауыл күренештәре, Дағстандың төрлө этник төркөмдәрен сағылдырған традицион костюмдар, алтын ептән тегелгән әйберҙәр коллекцияһы, уникаль ҡайтағ сигеүҙәре, ҡорал өлгөләре менән танышырға мөмкин. Күргәҙмә 8-се октябргә тиклем эшләй.




