Радий Хәбиров «Каустик» заводында зыян күргәндәрҙең хәлен белеште

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ «Каустик» заводында шартлауҙан һуң йәрәхәтләнгән пациенттарҙың хәлен белеште. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, 31 кеше урындағы дауаханаға оҙатылған, уларҙың 9-ы реанимацияла. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында зыян күреүселәргә ярҙам итеү буйынса оператив штаб ойошторолған. Ауыр хәлдәге пациенттарҙы Өфөлә республика учреждениеларына күсереү мәсьәләһе хәл ителә.

Стәрлетамаҡта «БСК» акционерҙар йәмғиәтенең «Каустик» заводында көслө шартлау теркәлде. Тикшереүгә ярашлы, ғәҙәттән тыш хәл предприятиела торба тишелеү сәбәпле килеп сыға. Вағиға урынында янғын сыҡмаған. Стәрлетамаҡ дауаханаһына санавиация менән Өфө табиптары ярҙамға килгән.

Белгестәр әйтеүенсә, шартлауҙан һуң ҡала экологияһына хәүеф янамай. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан мониторинг ойошторолған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ