Әбйәлил районында ҡурҡыныс авария теркәлде

Дүрт кеше һәләк булған, тағы ла дүртәүһе төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Әбйәлил районында ҡурҡыныс авария теркәлде. Магнитогорск-Аэропорт юлында иртәнге сәғәт һигеҙҙәрҙә урында йәшәүсе 55 йәшлек ҡатын-ҡыҙ идара иткән «Мазда» автомобиле менән Силәбе өлкәһе кешеһе-35 йәшлек ир йөрөткән Лада Приора бәрелешә. Һөҙөмтәлә сит ил машинаһы водителенең һәм ике пассажирының урында уҡ ғүмере өҙөлә. Ладала водителдең ҡатыны һәләк була. Уның өс балаһы йәрәхәтләнеп дауаханаға оҙатыла.

Мазда автомобилендә китеп барған 55 йәшлек ҡатын ҡаршы яҡтағы Лада автомобиленә бәрелгән. Һөҙөмтәлә сит ил машинаһы юл ситенә сығып оса. Ундағы өс кешенең дә ашығыс ярҙам килгәнсе ғүмере өҙөлә. Лада водителенең ҡатыны ла үлемесле йәрәхәттәр ала. Балаларҙы махсус креслола булыуҙары һаҡлап ҡала.

Олег Дмитриев, Дәүләт автоинспекцияһы идарылығы етәксеһе вәкәләттәрен ваҡытлыса башҡарыусы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ