Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡала яны ауылдарында күләмле рейдтар уҙғара

Ял көндәре тап ҡала ситендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар күп, ти инспекторҙар. Рейд барышында эскән килеш руль артына ултырыусылар һәм мототранспорт йөрөтөүсе үҫмерҙәргә айырыуса иғтибар бирелә. Ошондай рейдтарҙың береһе Нуғай, Жилин һәм Зинин ауылдарында үтте. Автоинспекторҙар квадроцикл менән идара итеүсе 17 йәшлек ҡыҙҙы туҡтатҡан. Тарснпорт сараһы махсус туҡталҡаға оҙатылған, ә ҡыҙҙың ата-әсәһенә ҙур күләмдә штраф түләргә тура киләсәк.

Рейдтың тәүге минуттарында уҡ моторанспорт руле артына ултырған биш бәлиғ булмаған бала туҡтатылды. Улар менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн адреслы эш дауам итәсәк. Шулай уҡ ата-әсәләргә лә административ ҡануниәткә ярашлы протоклодар төҙөләсәк.

Марсель Бикташев, Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһының пропаганда бүлеге өлкән инспекторы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ