Бүздәк районында сирек тонналыҡ бәлеш бешерҙеләр

Бүздәк районында сирек тонналыҡ бәлеш бешерҙеләр. Урындағы спорт һәм ял паркында йылдағыса ойошторолоп килгән «Бәлешфест» байрамы үтте. Быйыл да ул республиканың тиҫтәләгән районынан ҡунаҡтарҙы, милли -мәҙәни үҙәктәр вәкилдәрен ҡабул итте. Ҙур бәлеште беҙҙең ижади төркөм дә тәмләп ҡараны. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

13 төрлө иттән һәм емеш-еләктән бешерелгән 60 бәлеш. Был табынды Түреш ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән. Һәр хужабикәнең үҙ рецебы, сере бар.

Быйыл «Бәлеш байрамы» туғыҙынсы тапҡыр дуҫтарын йыйҙы. Фестиваль йылдан-йыл сағыуыраҡ һәм матурыраҡ үтә. Бәлештәр ҙә төрләнә бара. Республика башлығы ярҙамында уҙғарылған милли аш-һыу сараһы райондың визит карточкаһына әйләнгән.

Йыл һайын Бүздәктәр милли ризыҡты бешереү буйынса рекорд ҡуя. Быйыл 250 килограмлыҡ бәлеште әҙерләү өсөн мейесте ҙурайтырға тура килгән. Ашнаҡсылар 50 килограмм ит, 150 килограмм картуф тураған. Ҙур бәлеш 6 сәғәт дауамында бешә. Уны мейестән сығарыу-фестивалдең кульминацияһы. Бәлештең тәүге өлөшө махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаиләлә ағзаларына эләкте. Яугирҙәр әйтеүенсә, алғы һыҙыҡта улар өй ризығын һағынған.

Бер табын артына төрлө район вәкилдәре, мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Фестивалгә килеүсе һәр кем бәлеш менән һыйланды.

Байрамда милли ихаталар төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, сауҙа итеү урындары эшләне. Сәхнәлә йырсылар үҙҙәренең хиттарын башҡарҙы, программаны ижади төркөмдәр йыр-бейеү менән биҙәне. Киләһе йыл «Бәлеш фестивале» үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Был уңайҙан бүздәктәр яңы рекорд ҡуйырға вәғәҙәләй.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ