Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар хөрмәтенә республикала беренсе мемориал комплекс барлыҡҡа килде. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Еңеү паркында урынлаштырылған архитектур ҡоролманы асыу тантанаһында республика башлығы ла ҡатнашты. Радий Хәбиров эш сәфәре барышында яңыртылғандан һуң асылған ҡала мәктәбен, спорт-һауыҡтырыу үҙәген дә барып ҡараны. Шулай уҡ «Сауҙагәр» ҡунаҡсыллыҡ фестивалендә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Мәҙәни форум быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Скульптура композицияһы махсус хәрби операцияның өс ҡатнашыусыһынан тора: мобилизацияланған, хәрби хеҙмәткәр һәм ирекмән. Ул республикала яугирҙарға арналған тәүге мемориал комплекс. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы ҡатнашты.
Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам саралары ҡаралған. Был тәңгәлдә, Стәрлетамаҡтағы ҡала ветерандар Советы ассоциацияһын һәм Ватан яугирҙары ғаиләләре комитетын берләштергән йорт эшмәкәрлекте тағы ла йәнләндерәсәк. Башланғысҡа нигеҙ һалынған да инде. Бөгөн алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ үҙҙәре үк ағза булып тора.
Бинаны тәртипкә килтереү өсөн йәмғеһе 2 миллион һум самаһы бюджеттан тыш аҡса йәлеп ителгән. Төрлө яҡлап йыһазландырылған йорт эшмәкәрлеге республика башлығы иғтибарынан да ситтә ҡалманы. Радий Хәбиров хәрби зонанан гуманитар конвойҙар ваҡытында килтерелгән экспонаттарҙ музейын ҡараны.
Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлеге менән дә ҡыҙыҡһынды. Яңы уҡыу йылында республикала яңыртылғандан һуң, 35 мәктәп үҙ ишектәрен асасаҡ. Уларҙың береһе Стәрлетамаҡта урынлашҡан. 1-се мәктәп ҡаланың тарихи мәғариф учреждениеларынан һанала.1860 йылда ул Берҙәм мосолман хеҙмәт мәктәбе булараҡ эш башлай. Төрлө йылдарҙа үҙгәртеп ҡороуҙар кисерә.
Медицина йүнәлешендәге махсус класс 1997 йылда булдырыла. Ә 2003 йылдан иһә ул Башҡорт дәүләт медицина университеты яуаплылығына алына. Төрлө дауалау учреждениелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Быйыл 1-се мәктәп федераль программа ярҙамында яңыртыла. Әйткәндәй, өс йыл эсендә генә республикала 140-тан ашыу белем усағы дәүләт программаһы сиктәрендә модернизацияланған.
Республика башлығы «Сауҙагәр» ҡунаҡсыллыҡ фестивале ҡатнашыусыларын да сәләмләне. Быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһының мөһим мәҙәни ваҡиғалары исемлегенә ингән форум үҙенең биш йыллығын билдәләне. «Таланттар хазинаһы» девизында ойошторолған сарала Рәсәйҙең тиҫтәләгән төбәгенән тыш, сит ил ҡунаҡтары ла үҙ милли продукцияларын тәҡдим итте.
«Сауҙагәр» ҡунаҡсыллыҡ фестивале киләсәккә заманса ҡараш сағылдырыуы менән үҙенсәлекле. Боронғоларға ла икенсе күҙлектән ҡарап эш итергә этәргес бирә. «Көс урыны» документаль фильмы костюмдарын миҫалға килтереү ҙә етә. Улар бөгөн тәүге тапҡыр киң тамашасыға сығарылды. Турахан кейемен тегеү өсөн генә мәҫәлән, ғилми хеҙмәттәр төплө өйрәнелгән һәм ул дәүерҙең рухын еткереү өсөн һәр ваҡ-төйәк иҫәпкә алынып эш ителә.
Республикала ижади берләшмә менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү, проекттарҙы оҙатыу механизмын булдырыу маҡсатында креатив индустрияны үҫтереү буйынса совет ултырышы үтте. Тармаҡта ижади ҡарашлы замандаштарҙы бергә туплау өсөн саралар планы билдәләнде. Креатив индустрия сәғәте, бизнес шерифтар тәғәйенләүҙәр эштең башы ғына. Шулай уҡ йәш ижади һөнәрмәндәрҙе үҫтереү өсөн юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында дәрестәр ойоштороу кәрәклеге билдәләнде.
Совет ултырышында шулай уҡ ижади индустрияларҙы популярлаштырыу мәсьәләләре тикшерелде. Был йәһәттән, БСТ каналының яңы ижад миҙгелендә креатив башланғыстарға арналған яңы телевизион проект эш башлай.
Азат Ғәлиуллин




