Стәрлетамаҡта «Каустик»заводында торба шартлауҙан һуң бер кеше һәләк булған

Был турала оператив кәңәшмәлә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. башҡорт сода компанияһындағы шартлауҙан һуң дауаханаға эләккән бөтә пациенттарға ла компенмация түләнәсәк. Көн тәртибендә предприятиеларҙа хеҙмәтте һаҡлау, Йәйге Спартакиадаға әҙерлек һорауҙары ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Стәрлематаҡта Каустик заводында шартлауҙан һуң һәләк булған хеҙмәткәргә 30 йәш кенә булған. Фажиғәлә зыян күреүселәрҙең күбеһе цехта тишелгән торбаларҙы төҙөкләндереү эштәрен башҡарған «Глобал-строй» йәмғиәте белгестәре. Уларҙың барыһы ла 3 миллион һумға тиклем компенсация аласаҡ.

Андрей Назаров предприятиеларҙа хеҙмәтте һаҡлау буйынса етди эш алып барыу маҡсатын ҡуйҙы. Хеҙмәтте һаҡлау-ул отчет өсөн башҡарылған эш булырға тейеш түгел. Ғәҙәттәш тыш хәлдәрҙе кисектереү өсөн күп яҡлы иҫкәртеү алып барырға кәрәк.

Көн тәртибендә ғәҙәттән тыш хәл осраҡтарында эшләүсе ҡотҡарыусыларҙың эшен камиллаштырыу һорауҙары ҡаралды. Ҡотҡарыу отрядын махус ҡоролмаларҙан тыш үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппаратары менән тәьмин итеү кәрәклеге билдәләнде.

Оператив кәңәшмәлә Башҡортостанда үтәсәк Йәйге Спартакиадаға әҙерлек мәсьәләләре иғтибарға алында. 2026 йылға билдәләнгән Спартикаидала 8 дисциплина буйынса ярыш Өфөлә уҙғарыласаҡ. Көрәш, фехтование, ишеү слаломы, велисипед спорты, йөҙөү, триатлон, софтбол һәм бейсбол буйынса ярыш ойоштороу өсөн төбәктә бөтә шарттар тыуҙырылған.

Башҡортостанда «Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. Был аҙнала сәләмәтлек поездары бригадалары Нуриман, Ҡыйғы, Ҡариҙел, Бишбүләк, Миәкә, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары ауылдарына юлланды. Акция ярҙамында төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр бушлай диагностика үтеп табиптарға приемға эләгә, кәрәк саҡта Өфө учреждениеларына юллама алып сәләмәтлеген нығыта ала.

Флорида Ким

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ