Көнкүреш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек, маскирорвкалау селтәрҙәре һәм мототехниканы район халҡы, эшҡыуарҙар туплаған. Ылауҙы Архангел ирекмәндәре үҙҙәре үк алғы һыҙыҡҡа, Башҡортостан яугирҙары хеҙмәт иткән подразделениелар урынлашҡан ергә үк алып барып ҡуя. Гуманитар ылауҙы БЮТ хәбәрселәре лә оҙатты.
Замира Кинйәбулатова райондан оҙатылған бер генә гуманитар ылауҙы ла ҡалдырмай. Мобилизацияланған иренә бәләкәй генә күстәнәс булһа ла биреп ебәрә. Ҡапта өс кенә яҙыу, Маугли, Донецк, Сигма. Башҡалар өсөн ҡатмарлы шифр кеүек тойтолһа ла, гуманитар ярҙам йөрөтөүселәргә посылканы адресатҡа алып барып еткереү өсөн ошо һүҙҙҙәр ҙә етә. Барыһы ла механизм кеүек яйға һалынған.
Музей, Музыкант, Була, Карась... Яугирҙар төрлө подразделениела, әммә посылкаларҙың тәғәйен урынға барып етеүенә шик юҡ. Архангел районы ирекмәндәре уны Рәсәйҙең барлыҡ яңы төбәктәре буйлап йөрөтөп таратып сыға. Эшҡыуар Грант Авакян 80 йәшен ҡыуыуға ҡармаҫтан, үҙе йыған ярҙамды шәхсән алып барып ҡуя. Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы ылау хәҙер инде ун һигеҙенсеһе. Был юлы ла ул микроавтобусының бер генә мөйөшөн дә ҡалдырмай әйберҙәр тултырып юлға сығырға әҙерләнә.
Тәүҙә салонға мотоцикл индерелә, һуңынан уның тирәләй бензобысҡылар, генераторҙар һәм башҡа көнк-реш кәрәк-яраҡтары. Гуманитар ылау йөрөтөүселәр оҫталығына йөк ташыу компаниялары көнләшерлек. Тауҙай өйөлгән әйберҙәрҙе бер газелгә һыйыр тип уйламаҫһың да. Ләкин ирекмәндәр бер генә посылканы ла ҡалдырмай. Сөнки уны район халҡы, изге күңелле кешеләр берәмләп йыя һәм яугирҙарға ярҙам булырына ышана.
Иң һуңғы сиратта иң тәүҙә таратыла торған хаттар тапшырыла. Ирекмәндәр уны ҡәҙерләп кенә йөрөтә, сөнки һәр сәләп хатын яугирҙар, фронттағы атайҙар, ағайҙар көтөп ала. Дин әһелдәре юл йөрөүселәргә доға ҡыла һәм гуманитар ярҙамдың яугирҙарға файҙа булыуын теләй. Автомобилдәр сираттағы хәүефле сәфәргә сыға.
Айнур Кәбиров



