Башҡортостанда һаңғырау балалар өсөн тәүге хәрби-патриотик лагерь асылды

«Патриот» паркында үҙенсәлекле смена. Башҡортостанда ишетеү һәләте боҙолған, йәки һаңғырауҙар ғаиләһендә йәшәүсе балалар өсөн тәүге тапҡыр хәрби-патриотик лагерь ойошторолдо. Проект Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ял итеүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Ультра ҡушаматлы эт хоҡуҡ боҙоусыны тоторға ярҙам итә. Немец овчаркаһына 6 йәш, тыуғандан алып ул хеҙмәттә. Ләкин бөгөнгө күнекмә тамашаның бер өлөшө, хоҡуҡ боҙоусыны тотоу ҙа-шартлы рәүештә. Инклюзив балалар лагеренда ял итеүселәр алдында кинологтар хеҙмәте сығыш яһай.

Был көсөккә иһә 3 ай, яңы ғына донъя менән таныша башлаған. «Лютый» балаларҙың күңеленә хуш килде, уның менән һәр кем фото төшөргә ашыҡты, бәғзеләргә бауын тоторға ла рөхсәт ителде.

Патриот паркында ял итеүселәргә эттәр менән танышыу, кинологтар менән аралашыу бәхете тейҙе. Әле бында тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте ағзаларының балалары өсөн төбәк-ара инклюзив лагерь ойошторолған. Ул һаңғырауҙар ғаиләһендә йәшәүсе балалар һәм ишетеү һәләте боҙолған үҫмерҙәрҙе берләштереү, уларҙы илһөйәрлек шарттарында тәрбиәләү маҡсатында булдырыла. Ял итеүселәр өсөн бай һәм ҡыҙыҡлы программа төҙөлгән.

Лагерҙа Рәсәйҙең 9 төбәгенән йыйылған 103 бала ял итә. Шулай уҡ ым-ишара теле тәржемәселәре, вожатыйҙар, ирекмәндәр йәлеп ителгән.

Проект Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Лагерҙы киләһе йыл да ҡабатлау планлашытырлған. Был маҡсатта башҡортостан башлығы гранттары фондынан аҡса бүленәсәк.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ