Ҡайһы берәүҙәр уны мобилизацияға саҡырыу тип имеш-мимеш тарата башланы. Был процедура тупланған мәғлүмәтте электрон форматҡа күсереү сараһы. Алынған хәбәр ҙә иҫкәртеү формаһында ғына. Хәрби комисариатҡа саҡырыу, граждандың статусын үҙгәртеү тураһында һүҙ бармай. Хәрби бурыслылар былай ҙа күптән иҫәптә тора, ти махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы ведомсто-ара комиссияһы ағзаһы Олег Галин.




