Республика ауыл хужалыҡтары быйыл шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуға ваҡытынан алда төшә

Был турала Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәхрахманова беҙҙең телеканалға биргән интервьюһында белдерҙе. Былтыр татлы тамыр уңышы юғары булһа ла, уның ваҡытында эшкәртелмәүе һөҙөмтәһендә сифат кимәле түбәнәйгән. Ошоно иҫәпкә алып, быйыл шәкәр сөгөлдөрө майҙаны 42 мең гектарға тиклем кәметелгән. Республикалағы ике шәкәр заводын да тулыһынса сеймал менән тулыландырыу өсөн миллион ярым тонна самаһы уңыш етә, тип билдәләне ведомство етәксеһе.

Шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуға 20 августан төшөргә ниәтләйбеҙ. Өс-дүрт көндән ике завод та тәүге уңышты ҡабул итә башларға әҙер булырға тейеш. Тап шул саҡта ғына татлы тамырҙы эшкәртеү яңы йылға тиклем тамамланасаҡ. Кире осраҡта был эштең башҡа йылдарҙағы кеүек март урталарына тиклем дауам итеүе ихтимал.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ