Яңы законға ярашлы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында һунарсыларҙың ғаризалары буйынса рөхсәт документтары ебәрелде. Электрон рөхсәт ҡағыҙы «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша теркәлә. Дөйөм күрһәткестәр буйынса республиканың 23 районында бурһыҡҡа һунар итергә теләүселәрҙән документтар ҡабул ителгән. Белгестәр әйтеүенсә, һыуыр һәм бурһыҡҡа һунар итеүселәр йылдағыса күп. Йәнлектәргә һунар итеү өсөн рөхсәт ҡағыҙы булмаған осраҡта физик шәхестәргә 5 мең һумға тиклем штраф янай.



