Башҡортостанда «Алға» картаһы менән электричкала иҫәпләшеүселәр һаны арта

Иглин йүнәлешендә карта менән билет хаҡы 35 һум. Йыл башынан алып авгусҡа тиклем 354 пассажир «Алға» менән иҫәпләшкән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда һандар 38 процентҡа күберәк. Карта менән юл йөрөү отошло килеп сыға. Мәҫәлән, билет һатып алғандан алып бер сәғәт эсендә икенсе ҡала транспортына күсеп ултырыу бушлай. Бындай мөмкинлектён 69 мең кеше файҙаланған. Дим-Иглин участкаһында күпме юл үтеүгә ҡарамаҫтан, берҙәм хаҡ урынлаштырылған. Билет өсөн 40 һум түләргә тура килһә, «Алға» картаһы менән юл йөрөү 35 һумға төшәсәк. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың транспорт картаһы менән миллиондан ашыу кеше файҙалана.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ