Ҡаланың берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә һағыҙаҡ ояһын табып шылтыратыу осраҡтары йышайған. Август башында баш ҡаланың ике балалар баҡсаһынан бөжәктәр һөжүм итеүе тураһында хәбәр иткәндәр. Ҡотҡарыусылар махсус ҡорамалдар ярҙамында һағыҙаҡ ояларын юҡ иткән. Шулай уҡ оло йәштәгеләрҙән дә балконда бөжәктәр эйәләүе тураһында шылтыратыуҙар күбәйгән. Өфөнөң граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һағыҙаҡтар йәйге айҙарҙа бик күп. Ояларын ҡороп бөтөү менән улар уҫаллана башлай.
Һағыҙаҡтың ағыуы ҡайһы бер кешеләрҙә аллергия тыуҙыра. Тешләнгән урынға ҡарап та зыяны көслө булыуы мөмкин. Мәҫәлән, күкрәк, ҡорһаҡ йәки баш тирәһен тешләгәндә эҙемтәләр хәүефлерәк. Һағыҙаҡ саҡҡан осраҡта уның ағыуын сығарыу, тешләнгән урынға тоҙ йәки содалы һыу менән сылатылған мамыҡ һалыу һәм аллергияға ҡаршы дарыуҙар эсеү кәңәш ителә. Тән тартышһа, йөрәк тибеше йышайһа, бил, быуындар һыҙлай башлаһа, кисекмәҫтән ашығыс медицина хеҙмәте саҡыртыу кәрәк.



