2030 йылға уртаса ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә еткереү планлаштырыла. Был «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектынының төп маҡсаттарының береһе. Федераль программаға ярашлы, Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пунктарын яңыртыу дауам итә. Яңы социаль объект Архангел районының Зәйет ауылында ла сафҡа ингән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Пациенттарҙы ҡарау, прививка һәм процедуралар, медикаменттар һаҡлау өсөн айырым кабинеттар. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында йылытыу системаһы эшләнгән, канализация селтәре үткәрелгән. Яңыраҡ ҡына быларҙың барыһы ла хыялда ғына булған тимәҫһең дә. Медицина хеҙмәттәре мәктәп бинаһының бер бүлмәһендә күрһәтелгән.
Фельдшер Лилиә Шәүәлиева АрхангеЛ районына Нижневартовск ҡалаһында йәшгәндән һуң әйләнеп ҡайта. Яңы шарттарҙа эшләү-күпкә уңайлыраҡ, ти ул. Социаль объект Зәйет ауылында йәшәүсе 300-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерә. Тейешле медицина ярҙамы күрһәтеү т!өрлө төрлө ҡорамалдар урынлаштырылған. Мәҫәлән, йөрәкте тикшертеү өсөн район үҙәгенә йөрөргә түгел, ЭКГ-аппараты ярҙамға килә.
Республикала һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҫтереү дауам итә. Һуңғы 6 йыл эсендә ике мең фельдшер-акушерлыҡ пункттарының дүрттән бер өлөшө яңыртылған. Йыш ҡына улар авария хәлендә була.
«Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә быйыл 134 модулле бина төҙөү планлаштырыла. Шул иҫәптән 121 фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инәсәк.
Әлфинә Килдейәрова



