Тәтешле районында уртаҡ көс менән алғы һыҙыҡтағы яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам туплана

Барыһы ла еңеү өсөн. Тәтешле районында уртаҡ көс менән алғы һыҙыҡтағы яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам туплана. Район етәкселеге ир-егеттәр менән техника, төҙөлөш материалдары йыя, ә гүзәл заттар ҡаптарға тәмле аштар, быҡтырылған ит, улән сәйҙәре туплай. Тәтешленән ватан һаҡсыларына 30-ҙан ашыу гуманитар ылау оҙатылған. Сираттағыһы август аҙағында ебәрелә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Алғы һыҙыҡҡа-тәмле аштар. Тәтешле ҡатын-ҡыҙҙары борщ өсөн йәшелсәләрҙе бешереп, продукцияны киптереп ҡаптарға тултыра. Урындағы спорт комплексында ойошторолған ашханала улар борщтан тыш яугирҙарға хуш еҫле үлән сәйҙәре лә әҙерләй. Ҡатын-ҡыҙҙар гвардияһы ойошмаһындағы гүзәл заттарҙың күбеһе алғы һыҙыҡтан яҡындарын көтә.

Урындағы ҡатын-ҡыҙҙар тырышлығы менән маскировка селтәрҙәре үрелә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр өсөн йылы кейемдәр тегелә. Тәтешле районынан барлығы 34 гуманитар ылау оҙатылған. Август аҙағында сираттағы гуманитар ярҙам юлға сыға.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүсе ирекмәндәр үҙәге Тәтешле районының бөтә ауылдарында ла ойошторолған. Шәхси посылкаларҙың бер өлөшөн ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар алып китә. Район етәкселеге хәрбиҙәргә квадракоптер тапшырҙы.

Ватан һаҡсыларына ярҙам итеү мәсьәләләре республика кимәлендә өҫтөнлөклө маҡсат. Шайморатов батальоны ветераны Венер Сафин «Башҡортостан геройҙары» программаһы финалисы. Тәжрибәле остазы Фәнүр Шәйхисламов етәкселегендә ул кадрҙар программаһы буйынса әҙерлек үтә.

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ойошторолған. Дәүләт кимәлендәге ярҙамдан тыш, урындағы халыҡтың, ирекмәндәрҙең, битараф булмаған кешеләрҙең ярҙамы айырыуса әһәмиәткә эйә, сөнки бөтә эш уртаҡ Еңеү өсөн башҡарыла.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ