Талҡаҫ буйы таҙарҙы! Ирәндектең йөҙөк ҡашы булған Талҡаҫ күле буйында экологик өмә үтте. Унда республика район-ҡалаларынан 100-ҙән ашыу экоактивистар ҡатнашты. Яр ситенән, һыу эсенән күпләп сығарылған суп-сар 700-гә яҡын тоҡҡа тултырылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Республиканың уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Талҡаҫ күле кемде генә һоҡландырмай. Ҡыҙғанысҡа, ял итеүселәрҙең был матурлыҡты һаҡламай, көнкүреш ҡалдыҡтарын ташлап китеүе һыу ятҡылығының экосистемаһына етди хәүеф тыуҙыра.
Экологик акция 2021 йылдан алып уҙғарыла. Тәүге өмәлә ҡатнашыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ булһа, был юлы улар 300-ҙән ашты. Сараға Баймаҡ халҡы ғына түгел, күрше төбәктәр ҙә ихлас ҡушылды. Кемдәрҙер хеҙмәттәштәре, икенселәре ғаиләләре менән килде. Улар барыһы ла Башҡортостандың көмөш һыулы күленең киләсәгенә битараф түгел.
Акцияла ҡатнашыусы водолаздар һыу аҫтынан пластик шешәләр, тимер-томор һәм тәбиғәт өсөн хәүефле башҡа ҡалдыҡтарҙы сығарҙы. Улар ярҙамында күлдең тирә-яғы ғына түгел, төбө лә таҙарып ҡалды. Экологик өмә барышында Талҡаҫҡа ҡойған шишмәләр ҙә тәртипкә килтерелде.
Экологик өмәгә шулай уҡ төрлө ведомстволар вәкилдәре лә йәлеп ителгәйне. Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡ белгестәре, мәҫәлән, ҡарауһыҙ ауҙарҙы йыйыуҙа ҡатнашты һәм балыҡ тотоу ҡағиҙәләренең теүәл үтәлешенә иғтибар итте.
Азат Ғәлиуллин



