Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре «Шиғриәт көнө» һәм «Яҙыусы көнө» әҙәби альманахтарының Санкт-Петербург сығарылышында донъя күрҙе. Рус әҙәби үҙәгендә нәшер ителгән баҫмаларҙың исем туйы ошо көндәрҙә төньяҡ баш ҡаланың «Китап һәм графика» үҙәгендә ойошторолдо. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гөлдәриә Йосопова әҙерләгән яҙмала.
Санкт-Петербург ҡалаһының «Китап һәм графика» үҙәгенә Рәсәйҙең төрлө төбәктөренән йыйылған ижадсылар Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, сатирик Марсель Сәлимовтың сығышын йотлоғоп тыңлай. Башҡорт әҙбиәте аҡһаҡалы фекеренсә, оҙайлы тәнәфестән һуң тергеҙелгән легендар альманахтарҙа башҡорт авторҙарының күпләп баҫылыуы ла осраҡлы түгел.
Абруйлы баҫмаларҙың исем туйы уңайынан төньяҡ баш ҡаланың Китап һәм графика үҙәгендә Өфө рәссамы Роман Сәйфуллиндың күргәҙмәһе лә ойошторолғайны. Экспозицияны Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең портреты асһа, Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваның шиғыры шиғри альманахтың ҡап уртаһында ҡуйылған. Рус әҙәби үҙәге етәксеһе Никита Митрохин республикаға иғтибарҙы башҡорт әҙәбиәтендә классик мәктәп һаҡланыуы менән аңлата.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан менән Рус әҙәби үҙәге авторҙары араһында дуҫлыҡ ептәре нығый бара. Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташыбыҙ Диана Свердловская, фронтовик шағир, махсус хәрби операция ветераны Алексей Преснаков, Рунет яҙыусылары союзы рәйесе Наталья Слизовскаяның исемдәре Башҡортостан уҡыусыларына яҡшы таныш. Төньяҡ баш ҡалалағы осрашыу әҙәби бәйләнештәрҙең мөһимлеген йәнә иҫбатланы.
Гөлдәриә Йосопова




