Бөтә Рәсәй ярыштары 18 августан 22-еһенә тиклем Дзерджинск ҡалаһында уҙғарыла. Мишкә районынан Рәмил Сәлихов пауэрлифтинг һәм бысаҡ ташлау буйынса ярыштарҙа беҙҙең республика данын яҡлай. Ул 2023 йылда хәрби контракт төҙөй. Ауыр яраланғандан һуң тыуған яғына ҡайта.




