Башҡортостанда урман янғындары видеокамера ярҙамында иҫкәртелә

10 районда 25 видеокүҙәтеү комплексы урынлаштырылған. Улар бер системаға берләштерелгән. 4 йыл эсендә ошондай ҡоролмалар ярҙамында 78 ут сығыу осрағы асыҡланды, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. Видеокамера урманда төтөн таралыуын 25 километр алыҫлыҡтан теркәй ала. Алынған мәғлүмәт диспетчерҙарға тапшрыыла. Утты таралып өлгөргәнсе һүндереү мөмкинлеге була. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл Башҡортостанда 13 урман янғыны теркәлгән.

Фото №1 - Башҡортостанда урман янғындары видеокамера ярҙамында иҫкәртелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ