"Башнефть" компанияһы тәбиғәт һағында

"Роснефть"кә ҡараған "Башнефть" компанияһы 2025 йылдың тәүге яртыһында тәбиғәтте һаҡлау проекттарын тормошҡа ашырыуға 4,1 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлткән. Компанияның мөһим йүнәлештәренең береһе -  урмандарҙы тергеҙеү. Тәүге ярты йыл эсендә компания хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан биләмәһендә  69 гектар майҙанда 240 мең төп  ағас ултыртты, шуның 24 меңе – төбәктәге иң ҙур күл - Асылыкүл буйында. Икенсе ярты йыллыҡта Ханты-Манси автономиялы округы биләмәһендә урман тергеҙеү эшен дауам итеү бурысы ҡуйыла.

«Башнефть» Башҡортостанда үҙенең активтарында 95,7 процент кимәлендә эйәрсен   нефть газын дөрөҫ файҙаланыуҙы тәьмин итте. Ике заводында мейестәрҙе модернизацияланы. Һөҙөмтәлә  атмосфераға сығарылған зарар кәмей.

Киләсәк быуын өсөн тирә- яҡ мөхитте һаҡлау  - «Роснефть»эшмәкәрлегенең төп принциптарының береһе. Компания һәм уның бүлендек ойошмаларының эшмәкәрлеге  тирә-яҡ мөхиткә зыянды кәметеү, етештереүҙең экологик һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм экосистеманы һаҡлау өлкәһендә лидерлыҡ позицияһына өлгәшеүгә йүнәлтелгән.

Фото №1 - "Башнефть" компанияһы тәбиғәт һағында
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ