Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ярҙамында һуңғы 8 йыл эсендә 1300-гә яҡын кешенең ғүмере ҡотҡарылған.
Әле республикала граждандарҙың янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн тағы ла бер пилот проект тормошҡа ашырыла. Сираттағы заманса ҡоролма янғын сыҡҡан осраҡта хәүеф сигналын йорт хужаларына ғына түгел, ашығыс хеҙмәттәргә ебәреү мөмкинлегенә эйә. GSM-модулле янғын иҫкәртеү ҡоролмалары Тәтешле районында ла бушлай таратыла башланы.
Республикала GSM-модулле иҫкәртеү ҡорамалдарын ҡуйыу былтыр башланған. Тәтешле районы пилот проектҡа ингән дүрт муниципалитеттың беренсеһе. Тағы ла өс төбәк проектҡа быйыл йәй ҡушылған. Ҡоролманы таратыу өсөн льготалы категориялар исемлеге лә киңәйтелгән. Тәүҙә бушлай хоҡуҡ менән мөмкинлеге сикләнгән граждандар ғына файҙалана алһа, әле исемлеккә асоциаль тормош алып барыусылар ҙа индерелгән. 2016 йылдан алып республикала 675 мең янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы таратылған, уларҙың күп өлөшө мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға бүленгән.



