Өфөлә вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә муниципаль белем биреү системаларын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте. Муниципаль район хакимиәттәре башлыҡтары, уларҙың урынбаҫарҙары һәм мәғариф бүлеге етәкселәре тармаҡ үҫешенең төп йүнәлештәрен тикшерҙе. Сарала ҡатнашыусылар үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты, проблемалы мәсьәләләрҙе билдәләп, уларҙы хәл итеү юлдарын барланы. Республикала мәғарифты үҫтереү программаһы 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Бөгөн был өлкәгә демографик хәл, учреждениеларҙың матди-техник базаһын яңыртыу кәрәклеге йоғонто яһай. Шулай уҡ йәш белгестәр етешмәүе лә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала, тиелде кәңәшмәлә.



