Таҙа Еҙем. Ғафури районында Еҙем йылғаһы ярын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса акция үтте. Өс көнгә иҫәпләнгән экологик сарала 15 кеше ҡатнашҡан. Уларҙың иң өлкәненә 77 йәш булһа, кесеһе ни бары 2 йәштә. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары «Күлтамаҡ» турбазаһынан алып Толпар ауылына тиклемге яр буйы һәм туристик туҡталҡаларҙа йыйылды. Әлеге ваҡытта Еҙем-Башҡортостандың иң таҙа йылғаларының береһе тип иҫәпләнә. Йылға үҙе һирәк осраған һәм юғалып барған балыҡ, уның эргәһендәге урман зонаһы һаҡлауға мохтаж хайуандар һәм үҫемлектәр төрҙәренең йәшәү урыны булып тора. Экологик акция барышында ике ярым кубометр сүп-сар йыйылған.



