Павловка һыуһаҡлағысына ҡыҙыл китапҡа ингән 30 мең уҡбалыҡ ебәрелде

Улар Һарытау өлкәһендәге бикре тоҡомло ыуылдырыҡтарҙы үрсетеү менән шөғөлләнгән махсус предприятела үҫтерелгән. Уҡбалыҡтар Рәсәй балыҡсылығының Волга-Кама территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында һыуға ебәрелде.

Тәбиғи шарттарҙа уларға йәшәүе ауыр, шуға күрә яһалма шарттарҙа үрсетеп, артабан йылғаға сығарыу-һирәк һәм ҡиммәтле балыҡтарҙың һанын тергеҙеүҙең һөҙөмтәле ысулы һанала. Үҙенең уңайлы шарттары һәм аҙыҡ төрлөлөгө арҡаһында Павловка һыуһаҡлағысы уҡбалыҡтарҙы үрсетеү өсөн уңай иҫәпләнә. Һыу биоресурстарын тергеҙеү буйынса сара «Экологик именлек» федераль проекты сиктәрендә Башҡортостан генерация компанияһы иҫәбенә уҙғарылды. Балыҡтарҙы сығарыу тәбиғәткә элек килтерелгән зыян өсөн компенсация сараһы булып тора.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ