Өфөлә Рәсәй ғалимдары һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм ботаника баҡсаларын үҫтереү буйынса фекер алыша. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институтында ойошторолған сара Урал һәм Волга буйы федераль округы белгестәрен бергә йыйҙы. Бөгөн Ботаника баҡсалары шау сәскәгә күмелгән матур парк биләмәһе генә түгел, тәү сиратта фәнни майҙансыҡ булып та тора. Унда ғалимдар сит илдәрҙән килтерелгән үҫемлектәрҙе өйрәнә, селекция эшен алып бара. Осрашыу йомғағы итеп белгестәр берлектәге ғилми экспедицияларға сығыу һәм яңы проекттар тураһында һөйләшеп килеште.



