Урындағы халыҡ өсөн көтөп алынған ваҡиға. Ишембай районы Хажы ауылына зәңгәр яғыулыҡ үткәрелә. Әлегә биләмәлә ер эштәре башҡарыла, газ бүлеү селтәрҙәре һалына. Тораҡ пункттарҙы газ менән тәьмин итеү программаһы буйынса башҡарылған эштәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән яҙма.
Сәй ҡайнатыу булһынмы, аш-һыу әҙерләүме-Әлфирә Аубаеваның һәр иртәһе мейес яғыуҙан башлана. Йортта газ булмауы көнкүреш тормошто бер аҙ ҡатмарлаштыра. Утынға киткән сығымдар ҙа һанап бөткөһөҙ. Шулай ҙа 36 йыл элек Ишембай ҡалаһынан Хажы ауылына күсенеү ҡарары өсөн хужабикә бер ҙә үкенмәй. Тәбиғәте матур.
Хажы ауылында ҡырҡтан ашыу йорт иҫәпләнә. Урындағы халыҡ 2018 йылда биләмәгә газ үткәреү мөрәжәғәте менән сыға һәм ниһайәт ауыл Башҡортостанда зәңгәр яғыулыҡ менән тәьминәт һәм газификацияны үҫтереү программаһына индерелә.
Әле биләмәлә подрядсы компания тарафынан ер эштәре башҡарыла, дөйөм оҙонлоғо яҡынса 4 саҡрым булған газ торбаларын һуҙыу эше алып барыла. Яҡын арала милекселәр менән йортҡа зәңгәр яғыулыҡ үткәреү буйынса килешеүҙәр төҙөлә башлай.
Башҡортостан догазификация темптары буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында икенсе урынды биләй. Ишембай районы Хажы ауылына килгәндә, йорттарға зәңгәр яғыулыҡ үткәрелеү менән биләмә лә үҫеш алыр тип көтөлә. Урындағы халыҡ социаль объекттар төҙөлөшөнә лә ҙур этәргес булыр тигән өмөттә.
Гөлназ Хәйбуллина



