Республика үҫеш корпорацияһы инвесторҙар өсөн бизнес-идея әҙерләгән. Уға ярашлы, Ағиҙел ҡалаһында бәләкәй суднолар төҙөләсәк. Бының өсөн 200 миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк. - Бөгөн судно төҙөү сәнәғәтенә дәүләттән ҙур ярҙам бүленә. Эске туризм үҫеше лә тармаҡҡа ҡеүәт бирә. Ағиҙелдә тиҙҙән йылға порты яңыртыла. Бында суднолар етештереүҙе яйға һалыу инвестор һәм муниципалитет өсөн әһәмиәтле буласаҡ, тип белдерҙе корпорацияның генераль директоры Наиль Ғәббәсов. Башҡортостан үҫеш корпорацияһы инвестиция проекттары үтәлешенә һәр төрлө ярҙам күрһәтеү буйынса эш алып бара.




