Башҡортостандан мәктәп уҡыусылары Белоруссияла ял итә

Республика делегацияһын Минскиҙа ҡаршы алдылар. Балалар 14 көн буйы урындағы автомобиль заводы ҡарамағындағы лагерҙа йәшәй. Республика мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, был - яуап сәфәре. Күптән түгел Минскиҙан уҡыусылар Башҡортостанда "Патриот" паркында профилле сменала ҡатнашты. Белоруссия каникулдары ваҡытында "Хатынь", "Дан ҡурғаны", "Сталин линияһы", Бөйөк Ватан һуғышы тарихы музейы һымаҡ иҫтәлекле урындарҙа булыу ҡаралған.

Фото №1 - Башҡортостандан мәктәп уҡыусылары Белоруссияла ял итә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ