Башҡортостанда «Толпар» комплексы балаларға сәләмәт йылмайыу бүләк итә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә 2020 йылдан республика төбәктәре буйлап сәфәр ҡылған «Толпар» балалар күсмә стоматологик комплексы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, 5 йыл дауамында Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы табиптары бөтә республиканы тиерлек урап сыҡҡан, балалар социаль учреждениеларында, иң төпкөл биләмәләрҙә лә булған. Аҡ халатлылар 13 мең баланың тештәрен дауалаған. Улар араһында өс меңгә яҡыны махсус хәрби операцила ҡатнашыусыларҙың балалары һәм үҙенсәлекле балалар. «Толпар» табиптары шулай уҡ Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһында 2 меңгә яҡын баланы ҡабул иткән. Тағы ла бер өҫтөнлөклө йүнәлеш-мәктәп стоматология кабинеттары. Улар беҙҙә 247, шуларҙың 110-ы «Ҡанатлан» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле буйынса асылды. Уҙған уҡыу йылында ғына табитптар 257 меңдән ашыу баланың тештәрен тикшереп өлгөрҙө.Табиптарға был был мөһим эштәре өсөн рәхмәт белдерәм. Маҡсатыбыҙ һәр баланың сәләмәт йылмайыуын күреү, был йүнәлештә эш артабан да дауам итәсәк тип яҙған төбәк етәксеһе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ