Өфө фән һәм технологиялар университетына быйыл 40 абитуриент имтиханһыҙ ҡабул ителгән

Имтиханһыҙ уҡырға инеү менән бергә, юғары стипендия. Өфө фән һәм технологиялар университетына быйыл 40 абитуриент имтиханһыҙ ҡабул ителгән. Уларҙың 7-е башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына үткән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Илтимер Мырҙағоловтың донъяға ҡарашы етди. Шуға ла ул мәктәп тупһаһынан уҡ уҡыуҙа ла, йәмәғәт тормошонда ла һынатмай. Олимпиадаларҙа еңеү яулап килгән Бөрйән егете Өфө фән һәм технологиялар университетына имтиханһыҙ уҡырға инеү хоҡуғына эй әбулды.

Илтимер менән бергә, тағы алты абитуриент башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына һынауһыҙ ҡабул ителде.

Өфө фән һәм технологиялар университетына быйыл 40 абитуриент имтиханһыҙ уҡырға инде. Уларҙың етәүһе башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенты булды. Барыһы ла федераль кимәлдә ойошторолған олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары. Уҡырға һынауһыҙ ҡабул ителгән һәр студентҡа йыл дауамында 85 мең һумға тиклем күләмдә юғары стипендия түләнәсәк. Шулай уҡ ҡунаҡхана тибындағы дөйөм ятаҡта йәшәү мөмкинлеге лә була.

Вадим Захаров, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры

Беренсе курсҡа уҡырға килгән студент өсөн былар барыһы мәртәбәле дәртләндереү сараһы. Университет һәр студентҡа киләсәктә шәхес булып формалашыу өсөн яңы мөмкинлектәр аса.

Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы быйыл Өфө фән һәм технологиялар университетында дүртенсе тапҡыр үтте. Федераль кимәлдә ойошторола башлаған сараға уҡыу йорто тәүгеләрҙән ҡушылғайны. Ул ваҡытта олимпиада алты университетта ғына ойошторолһа, хәҙер 48 тел буйынса уҙғарыла.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ