Өфөлә мәктәп етәкселәре өсөн стратегик сессия башланды

Өфөлә мәғариф учреждениелары етәкселәре өсөн «Оҙайлы планлаштырыу» тип исемләнгән стратегик сессия старт алды. Ике көнгә иҫәпләнгән сараны баш ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы «Горожанин» фонды менән берлектә уҙғара. 16 академик сәғәткә иҫәпләнгән уҡыуҙар эмоциональ яныуҙы иҫкәртеүгә арналған.

Мәктәп директорҙары һөнәри эшмәкәрлегенә анализ яһап, шәхси үҫеш мөмкинлектәре, энергияны тергеҙеү алымдары менән таныша. Рәсәй төбәктәренән саҡырылған спикерҙар билдәләүенсә, оҙайлы ваҡытҡа планлаштырыу ысулдарын үҙләштереү белем биреү учреждениелары үҫешенә лә ыңғай тәьҫир итәсәк. Ҡатнашыусыларға квалификацияны күтәреү тураһында таныҡлыҡ тапшырыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ