Дәүләкән районының Калиновка ауылында йәйге халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбенең яңы сменаһы асылды

Дәүләкән районының Калиновка ауылында йәйге халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбенең яңы сменаһы асылды. Проект 14-се йыл рәттән балалар өсөн бушлай тормошҡа ашырыла.

Йәйге каникул осоронда 4 смена ойшторола, уларҙың һәр береһендә төрлө олимпиадалар һәм конкурстарҙа уңышҡа өлгәшкән малай-ҡыҙҙар уҡыуҙар үтә. Был юлы Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе уҡыусыларын йыһангир Андрей Федяев менән космонавтикаға нигеҙ һалыусы Константин Циолковскийҙың бүләһе Сергей Самбуров сәләмләне. Сменала ҡатнашыусыларҙы билдәре ғалимдар менән лекциялар, практик күнекмәләр көтә. Шулай уҡ йыһангирҙәр менән радиоэлемтә аша бәйләнешкә сығыу планлаштырылған. Мәктәп һәләтле йәштәргә һөнәри юл билдәләү һәм аэрокосмос өлкәһендәге белемдәрен нығытыу өсөн булдырылған.

Смена 10 көн дауам итә, ошо ваҡыт эсендә балаларҙы фән һәм ижад яғынан да үҫтереү ҡаралған. Мин космонавт-һынаусы булараҡ, йыһанға осоу, уға әҙерлек тураһында, шулай уҡ был профессия ни өсөн кәрәклеге тураһында һөйләйем.

Андрей Федяев, «Ю. Гагарин исемендәге космонавтарҙы әҙерләү үҙәге» отрядының космонавт-һынаусыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ