Башҡортостан тарихы менән таныша, бейеү һәм йырҙарҙы өйрәнә. «Патриот» паркында ойошторолған «Берҙәмлек көсө» халыҡ-ара профилле смена сиктәрендә Белоруссиянан килгән балалар ял итә. Бында улар хәрби-патриотик тәрбиә ала, ижад менән шөғөлләнә, яңы дуҫтар таба. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Белоруссиянан килгән малай-ҡыҙҙарҙы әллә ҡайҙан ишетергә һәм күрергә була. Йәшәгән корпустары ла шунда уҡ күҙгә ташлана. Башҡортостандың уларҙы нисек көткәнен ингән урында эленгән плакаттарҙан һәм өс телдә яҙылған «рәхим итегеҙ» һүҙҙәренән дә аңларға була. Тәүге тәьҫораттарҙы балалар юлда килгәндә үк ала-күптәре беренсе тапҡыр самолетта оса. Өҫтәүенә, ҡатмарлы һәм өр-яңы маршрут-Минск-Мәскәү-Өфө.
Сәфәр Башҡортостан сауҙа вәкиллегенең Минск автомобиль заводы менән хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе. Сменаға ошо заводта оҙаҡ йылдар эшләргән хеҙмәткәрҙәрҙең балалары һайлап алына. Хәрби-патриотик йүнәлешле лагерҙа малай-ҡыҙҙар тәүге тапҡыр. Башта бер аҙ тулҡынланыу булды, әле барыһы ла артта, ти улар.
Өйҙән ике мең саҡрым алыҫлыҡта булһаҡ та «ҡайтҡым килә» тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килмәй, ти делегация етәксеһе. Уҡыусылар тиҙ арала лагерь шарттарына өйрәнә. Быға тиклем Башҡортостандың ҡайҙа икәнлеген белмәгән балалар, республиканың тарихы, мәҙәниәте менән таныша, яңы дуҫтар таба.
Белоруссия ҡунаҡтары өсөн бай һәм йөкмәткеле программа әҙерләнгән. Ошо көндәрҙә «Турахан» кәшәнәһенә, Өфө буйлап экускурсияла булалар. Иглин районындағы Белорус тарихи-мәҙәни үҙәк менән Торатауға ла сәфәр планлаштырылған.
Әлфинә Килдейәрова



