Аҡъяр ауылы мәҙәниәт һәм ял паркында «Хәйбулла-шоу» район йәштәр концерт программалары конкурсының Гала-концерты үтте. Быйылғы сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды. «Хәйбулла-шоу» йәштәр араһында киң билдәлелек яулай барған мәҙәни проекттарҙың береһе. Шуға ла унда ҡатнашыусылар ҙа йыл һайын арта. Улар вокал, хореография, инструменталь әҫәрҙәр кеүек төрлө жанрҙарҙағы концерт программаларын тәҡдим итә. Һәр сығыш абруйлы жюри ағзалары тарафынан баһалана. Конкурс финалында 11 ауыл биләмәһенең иң яҡшы номерҙары тамашасы хөкүменә сығарылды.
Конкурс ысын мәғәнәһендә ижад байрамына әүерелде. Арнтистар тамашасыларҙы сағыу сығыштары менән таң ҡалдырҙы. Көндөң ел-ямғырлы булыуы ла бер кемдең дә кәйефен ҡырманы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Аҡъяр ауылы биләмәһе Гран-приға эйә булды.




