Төҙөкләндерелгән объект сентябрҙә асыласаҡ тип күҙаллана. Ремонт ваҡытына транспорт хәрәкәте светофор менән көйләнә һәм бер һыҙат аша ғына рөхсәт ителә. Республика буйынса барлығы 19 күперҙә ремонт эштәре дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Дәүләкән-Талбазы юлында урынлашҡан күперҙе урындағы халыҡ Соколов күпере тип йөрөтә. Район халҡы һәм башҡа водителдәр өсөн был мөһим транспорт объекты. Күпер аша ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Ауырғазы районы үҙәгенә барып етергә һәм Р-240 трассаһына сығырға мөмкин. Тиҫтә йылдар файҙаланылған юл участкаһы былтыр авария хәлендә тип танылған һәм быйыл капиталь ремонт ойошторолған.
Күперҙең оҙонлоғо 207 метрға тиклем етә. Ремонт ваҡытына ул өлөшләтә ябыла. Водителдәр өсөн бер һыҙат эшләй, транспорт ағымын көйләргә светофор ярҙам итә. Эшселәр күперҙең төп өлөшөн һәм яһалма конструкцияларҙы яңыртып асфальт ҡатламын йәйергә әҙерләнә. Дим йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндереү проект буйынса 2026 йыл аҙағына билдәләнгән, әммә күперҙең әҙер участкаһы быйыл сентябрҙә үк асылыр тип күҙаллана.
Быйыл Башҡортостанда мең километрҙан ашыу юлды ремонтлау күҙаллана. Төҙөкләндерелгән объекттарҙың төп өлөшө «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә тәртипкә килтерелә. Төҙөлөш эштәре юл хәрәкәтен хәүефһеҙ итеп ойоштороу, төбәктә йәшәү сифатын яҡшыртыу маҡсатында алып барыла.
Флорида Ким



