Маскировка селтәрҙәре үреү, юрған тегеү, окоп шәмдәре эшләү булһынмы, шәхси посылкалар әҙерләүме-һәр кем гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙемлек күрһәтә. Ирекмәндәр мәктәп бинаһында эшләй. Септә өсөн барлыҡ материалдар урындағы халыҡ йыйған аҡсаға һатып алына. Умартасылар ҙа ярҙамһыҙ ҡалдырмай, махсус хәрби операция биләмәһенә даими рәүештә бал продукцияһы оҙатыла. Төрлө һөнәр эйәләре Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә тырыша.



