Айҙар Шәриповтың «Курум» китабының исем туйы Өфөлә үтте

Тормошҡа ижади ҡараш. Өфөлә БСТ каналы телеоператоры, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Айҙар Шәриповтың «Курум» тип исемләнгән яңы китабы исем туйы үтте. Хикәйә ысын ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған. Төп герой Валера исемле малай ҡалалар һәм вокзалдар, борма юлдар һәм ел-дауылдар аша үтеп, күптәнге хыялын тормошҡа ашыра-Ирәмәлгә күтәрелә. Юл ни тиклем генә ҡатмарлы булмаһын, ул һәр аҙымы менән үҫә, йәшәүгә көсө арта. Китаптың исеменә килгәндә, курум- тауҙан ишелеп төшкән эре таштар. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы генераль директоры Рөстәм Зарафетдинов китап презентацияһында ҡатнашып, коллегабыҙ Айҙар Шәриповтың күп яҡлы талант эйәһе булыуын билдәләп үтте.

Әлегә Айҙар Шәрипов прозала үҙен һанап ҡына ҡарай, быға тиклем шиғырҙар ижад иткән. Телеиндустриялағы ҡаҙаныштары Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы менән билдәләнгән, шулай уҡ коллегабыҙ «Тефи-төбәк» конкурсында ла еңеүҙәр яулағайны.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ