Өфөлә хәрби темаға спектаклдәр тәҡдим ителә

Улар Армия мәҙәниәте көндәре барышында ҡуйыла. 22 августа Рус драма театрында “Мой бедный Марата” пьесаһы була. Ул ҡамауҙа ҡалған Ленинград ҡалаһында йәшәүселәр тарихына арнала. 27 августа театр Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” повесы буйынса сәхнәләштерелгән “Луна һәм листопад” лирик драмаһын тәҡдим итә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры 25 августа сығыш яһай. Артистар Гөлсирә Ғиззәтуллина әҫәре буйынса әҙерләнгән “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” пьесаһын ҡуя. 26 августа тамашасыларҙы легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары һәм генерал Миңлеғәли Шайморатов иҫтәлегенә бағышланған спектакль көтә. 25 августа Милли йәштәр театры “Бер ғүмер етмәй икән” драмаһын күрһәтә. Әҫәр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башкортостан яугирҙарының батырлығына арнала. “Спектаклдә Рәсәй Геройы Илдар Суфияров, Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры Фәнис Хөсәйенов һәм башҡа батырҙарҙың йыйылма образдары сағылдырыла”, - ти яҙыусы Мөнир Ҡунафин.

Өфөлә хәрби темаға спектаклдәр тәҡдим ителә
Фото №1 - Өфөлә хәрби темаға спектаклдәр тәҡдим ителә
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ