Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡыҫҡа ялдан һуң кире алғы һыҙыҡҡа юлланды. Сара “Өфө-Арена” алдындағы майҙанда үтте. Баш ҡаланың Совет районы Телеграм каналы ошо турала белдерә. Яугирҙарҙы Совет һәм Октябрь районы хәрби комиссары Вадим Виноградов, Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Фәхертдинов оҙатты. Улар һалдат һәм офицерҙарға рәхмәт белдерҙе, хәйерле юл, уңышлы хеҙмәт теләне. Хәрбиҙәр махсус операция биләмәһенә автобустарҙа алып барыла. Башҡортостанда яугирҙарҙың ғаиләләренә 50-нән ашыу төр ярҙам ҡаралған.




