Мәскәү өлкәһендә ошо турала меморандумға ҡул ҡуйылды. Вице-премьер-Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, меморандумды ғәмәлгә ашырыу пилотһыҙ системалар өлкәһендә алдынғы технологияларҙы үҙләштерергә, эш һөҙөмтәлеген арттырырға булышлыҡ итә. Меморандум берҙәм фәнни-етештереү үҙәктәре селтәрен булдырыуға йүнәлтелгән.




