Башҡортостанда табиптар остазлыҡ эше өсөн өҫтәмә аҡса аласаҡ, шулай уҡ отпусканы ла оҙайтыу мөмкинлегенә эйә буласаҡтар. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы педагогик эшкә булышлыҡ итеү тураһындағы килешеүгә төҙәтмәләр индерҙе.
Яңылыҡ федераль ҡануниәттең үҙгәреүе менән бәйле. Документҡа ярашлы, республикала тәүге тапҡыр остазлыҡ эше өсөн өҫтәмә түләү индерелә. Ул эш хаҡының 15 процентынан да кәм булмаясаҡ. Уға уҡыу йорттарында белем биреү, ғилми эш, персоналды уҡытыу менән шөғөлләнгән, студенттарҙың практикаһына етәксе итеп тәғәйенләнгән, йәки башҡа педагогик йөкләмә алған табиптар һәм шәфҡәт туташтары дәғүә итә. Шулай уҡ остазлыҡ менән шөғөлләнгән медицина хеҙмәткәрҙәре отпуска ваҡытын 56 көнгә тиклем оҙайта аласаҡ.



