«Аҡсарлаҡ» балалар һауыҡтырыу лагеры базаһында ойошторолған өс көнлөк интенсивҡа Өфө, Сибай, Бәләбәй, Белорет, Баймаҡ, Күмертау ҡалаларынан һәм Хәйбулла районынан иң яҡшы командалар саҡырылғайны. Улар төрлө лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм квест уйындарында ҡатнашыуҙан тыш, мәҙәни сараларға ла йәлеп ителде. Мәктәп үҙидаралығы лидерҙарын берләштергән слетты даими уҙғарыу планлаштырылған.



