Был турала Владимир Путин белдерҙе. - Рәсәй һәм Америка етәкселәре 4 йылдан ашыу осрашманы. Был ҙур ваҡыт. Уҙған йылдарҙа ике арала мөнәсәбәттәр һалҡын һуғыш йылдарынан һуң иң түбән кимәлгә төштө. Был беҙҙең илдәр һәм донъя өсөн яҡшы түгел, - тине Рәсәй етәксеһе. Дональд Трамп белдереүенсә, Украиналағы хәлдәрҙе көйләүҙең ҡайһы бер өлкәләре буйынса уртаҡ фекер юҡ, әммә килешеү төҙөү өсөн ҙур мөмкинлектәр бар. Владимир Путин һәм Дональд Трамп Аляскала осрашты. Һөйләшеү өс сәғәткә яҡын барҙы. Ике ил башлыҡтарының киләһе осрашыуы Мәскәүҙә үтеүе ихтимал.




