Башҡортостанда Алтын Урҙа осорондағы ҙур кәсепселек үҙәге табылды

Башҡортостандың ысынлап та Евразия йөрәге икәнлеген беҙҙең археологтар яҡшы белә. Республика биләмәһендә улар төрлө дәүерҙең хайран ҡалырлыҡ артефакттарын таба, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә.

Өфө районында Алтын Урҙа осорона ҡараған ҙур кәсепселек үҙәге асыҡланған. Ҡуралар, оҫтаханалар, тимер эш ҡоралдары, керамика- быларҙың барыһы ла халыҡтың ошо урында күпләп йәшәүе, инфраструктура һәм һаҡланған сауҙа юлдары үҫешкән булыуын дәлилләй. Был артефакттар күсмә халыҡтарҙың Евразия музейы экспонаттары буласаҡ.Сөнки тап ошо осорҙа Шишмә районында урынлашҡан Турахан кәшәнәһе лә барлыҡҡа килгән. Башҡортостан археологтары ғәҙәти ҡаҙыныуҙар ғына алып бармай, улар илдә алдынғы алымдар, һанлы археология ҡулланыусылар ҙа. Был алымдар ярҙамында Баймаҡ районында иртә тимер быуат осороноң ҡәбер ташы табылды. Оҙаҡ йылдар ер эшкәртеү һөҙөмтәһендә зыян күргән артефакт «Ирәндек» музей-ҡурсаулығын һанлы форматҡа күсергән мәлдә асыҡланған. Һанлаштырыу беҙҙең тикшеренеүселәр эшен күпкә еңеләйтә, яландағы эштәр тиҙерәк башҡарыла. Ғалимдар айырым объекттар өйрәнеү урынына тотош республиканың археологик ландшафтын анализлай ала. Археология эшенә ҡағылышы булғандарҙың барыһын да һөнәри байрамдары менән тәбрикләйем. Эшегеҙҙе хөрмәт итәм, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Волна
Акции БСТ