Башҡортостан Хөкүмәте эшҡыуарҙар менән йәнле аралашыуҙы дауам итә

Гигабайтлап электрон хаттар менән түгел, ә йәнле аралашыу. Республика хөкүмәте сираттағы тапҡыр урындағы эшҡыуарлыҡ даирәләре менән аралашты. Был юлы министрҙар кабинеты десанты Бөрйән районына барҙы. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге эшлекле осрашыуҙа районға хас бизнес алып барыу мәсьәләләре, эшҡыуарлыҡты киңерәк йәйелдереүгә ҡағылышлы һорауҙар күтәрелде. Бөрйән районы йүнселдәре башлыса туризм өлкәһендә эшмәкәрлек алып бара. Күсмә ултырышта ер участкаларын теркәү, юлдар торошо, дәүләттән ҡаралған ярҙам саралары тураһында һүҙ барҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ