Әбйәлилдә балалар өсөн яңы спорт майҙансығы асылды

Социаль яуаплы инвесторҙан күп функциялы спорт майҙансығы. Әбйәлил районында «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамы менән «Ирәндек»спорт-һауыҡтырыу лагерында күп функциялы яңы спорт майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды. Буласаҡ чемпиондарҙы үҫтереүгә ниндәй шарттар булдырылыуы менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова ҡыҙыҡһынды.

«Ирәндек» спорт-һауыҡтырыу лагерында ял итеүсе балалар ошо минуттан асыҡ һауала футбол, волейбол, баскетбол, ҙур теннис, пляж волейболы кеүек әүҙем спорт төрҙәре менән шөғөлләнәсәк. Тамашасыларға ярыштарҙы һәм сараларҙы ҡарау өсөн ултырғыстар һәм уңайлы трибуналар ҡоролған.

Беҙ социаль яҡтан яуаплы инвестор. Шуға ла әйткән һүҙебеҙгә һәр ваҡыт тоғро ҡалабыҙ. Сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаусы һәм спорт һөйөүсе балалар район, Башҡортостан һәм ил киләсәге. Беҙ малай-ҡыҙҙар көслө ихтыярлы, ҡыйыу, батыр булып үҫһен тип тырышабыҙ. Шуға күрә лә районда балалар сәләмәтлеге һәм әүҙем спорт өсөн ошо обьекттың инфраструктураһын үҫтереүҙә ҡатнаштыҡ.

Таһир Бәхтигәрәев, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе

«Ирәндек»тә ял итеүсе балалар был спорт майҙансығын ҙур бүләк булараҡ ҡабул итте. Малайҙар шунда уҡ беләк көсөн, таһыллығын воркаут ҡорамалдарында һынаны. Берҙәм спортты үҙ итеүсе алты команда иһә беренсе тапҡыр резина япмалы майҙанда футбол уйнаны. Заманса спорт майҙансығын асыу тантанаһына йыйылыусылар араһында киләсәктә яҙмышын спорт менән бәйләргә теләгән малай-ҡыҙҙар ҙа бар.

Был спорт майҙансығы өсөн ҙур рәхмәт. Мин футбол уйнарға яратам.

Динйәр Әхмәтйәнов

ГТО тапшырып ике алтын миҙал алдым, бөгөн флаг күтәрҙем. Миңә майҙансыҡ оҡшай. Эшселәргә рәхмәт.

Мәҙинә Шәрипова

Спорт майҙансығы ике ай эсендә танымаҫлыҡ булып үҙгәртеп ҡоролған. Әүҙем төҙөлөш башҡарыуға башта ҡойма ямғырҙар бер ни тиклем ҡамасаулаған Әммә подрядсы ойошма оҫта һөнәрмәндәр ярҙамында обьектты ваҡытынан алда файҙаланыуға тапшырған.

Пляж волейболы өсөн махсус рәүештә кварцлы ҡом түшәнек. Унан ҡаты төйөндәр хасил булмай, санпин татаптарына яуап бирә. Воркаут күнекмәләре өсөн ҡорамладар, универсаль спорт майҙансығында мини-футбол, волейбол, баскетбол һәи ҙур теннис менән шөғөлләгеү балаларҙың ялын әүҙем һәм файҙалы итәсәк.

Станислав Тарасюк, «Урал» төҙөлөш идаралығы директоры
Башбат

Инвестор, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамы менән «Ирәндек» спорт-һауыҡтырыу лагеры танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Был ярҙамдың башы ғына. Яңы уҡыу йылына капиталь ремонттан һуң Буранғол ауылы мәктәбенең интернаты файҙаланыуға тапшырыла. Ике объектҡа 100 миллион һумдан ашыу инвестиция йүнәлтелгән.

Спорт комплексын асыу тантанаһында тағы ла бер мөһим рәсми документ-Әбйәлил районы хакимиәте менән артабан хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Әйткәндәй,«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте күптән түгел Әбйәлил районында теркәлгән. Был артабан район һәм республика үҫеше өсөн киң мөмкинлектәр асасаҡ..

«Ирәндек» спорт-һауыҡтырыу лагеры ошо мәлдән малай-ҡыҙҙар өсөн сәмле ярыш, еңеүҙәр яулау һәм дуҫлыҡ майҙансығыга әүерәләсәк. Әүҙем спорт төрҙөре өсөн тәғәйенләнгән был майҙансыҡ яңы чемпиондар тәрбиәләүгә лә этәргес бирәсәк тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ