Өфөнөң Затон биҫтәһендә «Хужа эҙләйем» тип исемләнгән хәйриә акцияһы үтте

Бөтә донъя йортһоҙ хайуандар көнөнә арналған сара баш ҡалала һигеҙенсе тапҡыр ойошторолдо. Акция барышында «Тулҡын» мәҙәниәт һәм ял паркында приюттарҙан килтерелгән бер нисә эткә яңы хужалар табылды. Битараф булмағандар дүрт аяҡлыларға ашамлыҡтар һәм дарыуҙар ҙа килтерҙе.

Акция майҙанында күсмә ветеринария комплексы ла эшләне. Бында хайуандарға ҡотороу сиренән бушлай прививка эшләтергә, консультация алырға, чип ҡуйырға мөмкин ине. Әйткәндәй, «Хужа эҙләйем» акцияһы 2024 йылдың декабренән Өфө ҡала хакимиәте башланғысында ай һайын үтә. Ошо ваҡыт эсендә тиҫтәләрсә эт-бесәй йортло булған. Әлеге сара барышынан да халыҡ буш ҡул менән ҡайтманы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ